1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. Илдәге дүрт институттың береһе – беҙҙә

Илдәге дүрт институттың береһе – беҙҙә

5.jpg
21 ноября 2022, Понедельник 14:22 Просмотров: 552

Илдәге дүрт институттың береһе – беҙҙә

Быйыл Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһына лайыҡ булғандар араһында медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов та бар ине. Уға һәм Азат Хәлимовҡа, Эмин Усубовҡа был дәүләт премияһы күҙ туҡымаһының ультрафиолет кросслинкингы өсөн молекуляр-энергетика технологияларын һәм медицина әйберҙәрен эшләгәнгә тапшырылды. Республикабыҙҙың медицина өлкәһендә һәм фәнендә теркәлгән ошондай матур яңылыҡты ишеткәс, Мөхәррәм БИКБОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Мөхәррәм Мөхтәрәм улы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикше­ре­неү институтының бер быуат­ҡа яҡын тарихы бар. Рәсәйҙәге иң ҙур медицина үҙәктәренең бе­реһе булараҡ, бында пациент­тарға юғары технологиялы ярҙам күрһәтелә. Ошо турала һөйләп үтегеҙ әле.

– 1926 йылда барлыҡҡа килгән инсти­тутыбыҙҙың тарихы бик бай һәм ҡыҙыҡлы – Рәсәй Федерацияһындағы иң “оло” күҙ клиникаларының береһе ул. Ғөмүмән, илебеҙҙә ошондай дүрт кенә институт бар: уларҙың өсөһө Мәс­кәүҙә урын­лаш­ҡан, береһе – Башҡорт­останда. Барлыҡ­ҡа килеү йәһәтенән дә институтыбыҙ иң боронғоһо.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда күҙ дауалау тарихы 1886 йылда башлана – был ваҡытта Өфөлә императрица Мария Александровна тарафынан ойош­­торолған Һуҡыр­ҙар тураһындағы попечителлек ойошма­һының Өфөлә бүлексәһе булдырылған. Ошо ваҡыттан алып төбәктә күҙ ауырыуҙарын дауалай башлайҙар. Ә ойошмабыҙға килгәндә, 1926 йылда ул Башҡортостандың трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты булараҡ барлыҡҡа килә. 1965 йылда республикала трахома сирен еңеп, ул РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы ҡарама­ғына күсерелгәс, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты тип атала башлай. Артабан 1992 йылға тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы ҡарамағында инек, һуңынан Башҡортостан Фәндәр акаде­мия­­һының ҡул аҫтына күсерелдек. Быйыл иһә Башҡортостан дәүләт медицина университеты ҡарамағына индек.

Федераль ойошма булғанға борсо­лорға кәрәкмәй, республика халҡына шул уҡ күләмдә медицина ярҙамы күр­һәтәбеҙ. Был – иң мөһиме. Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәр ҙә, халыҡ та хәүеф­ләнергә тейеш түгел, сөнки институт – офтальмологик йүнәлеште барлыҡҡа килтергән ойошма. Беҙгә республи­ка­лағы барлыҡ офтальмология бүлексә­ләрендәге койкалар фонды­ның яртыһы­нан кәмерәге тура килә. Әммә республикала эшләнгән офтальмологик әмә­лиәттәрҙең 80 проценты беҙҙең белгес­тәр тарафынан башҡарыла. Бынан тыш, юғары технологиялы операциялар – күҙ мөгөҙсәһен күсереп ултыртыу, сел­тәрле шекәрәгә (сетчаткаға) әмәлиәттәр яһала. Беҙҙең институтта юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Технологик йәһәттән тәьмин итеүгә килгәндә, республика­быҙҙа, шулай уҡ илебеҙҙә бындай офтальмология ойошмаһы юҡ.

– Һеҙҙең Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына етәкселек итеүегеҙгә лә 16 йылдан ашыу ғүмер уҙған...

– 2006 йылда институтҡа директор итеп тәғәйенләнеләр. Ошо осорҙоң төп ҡаҙанышы, моғайын, хәҙер институттың илебеҙҙә генә түгел, донъя кимәлендә лә танылыу яулауындалыр. Өҫтәүенә, беҙ күп кенә илдәрҙәге офтальмологик үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Фән-метрик күрһәткестәр буйынса Башҡортос­танда ғына түгел, Рәсәйҙәге алдынғы ойошмаларҙың береһебеҙ. Эш һөҙөм­тәләребеҙ донъялағы юғары рейтинглы баҫмаларҙа донъя күрә. Мәҫәлән, “The Lancet” журналында мәҡәлә сығарыу юғары ҡаҙаныштарҙың береһе һанала. Ә һуңғы йылдарҙа был баҫмала беҙҙең тиҫтәләгән ғилми эшебеҙ урын алды. Был беҙҙең ғилми-тикше­ренеү һөҙөм­тәләренең тотош донъяға ҡыҙыҡ һәм кәрәк икәнлеген раҫлай.

Әйткәндәй, йыл һайын 12 октябрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан Бөтә донъя күреү һәләте көнө билдәләнә. Был көндө Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре доклад менән сығыш яһай. Быйыл унда беҙҙең тикшеренеү һөҙөмтәләре лә индерелде. Был иһә донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәр тураһында һөйләй. Шулай итеп, беҙ барлыҡ күҙ ауырыуҙарын дауалау менән шөғөлләнәбеҙ, 500 төрҙән ашыу операция яһайбыҙ.

– Иҡтисади күрһәткестәргә лә байҡау яһаһағыҙ ине...

– Беҙҙең институт оҙаҡ ҡына ваҡыт – 20 йыл тирәһе – Башҡортостан Фән­дәр академияһы ойошмаһы булды. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, бюджет юғары уҡ ки­мәл­дә түгел ине. Шуға ҡарамаҫтан, тар­маҡ­тың үҫешен иҡтисади пробле­маларҙы тоймаҫлыҡ итеп ҡора алдыҡ. Хәҙер хатта Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ла иң юғары технологиялар ҡулланыла. Шуны билдәләргә кәрәк: тотош донъяла нин­дәй офтальмология ҡорамалдары бар, улар­ҙың бөтәһен дә беҙҙә табырға мөмкин. Мәҫәлән, фемтосекундлы лазер – бөгөнгө заман ҡорамалы. Ул әмәлиәттең күп кенә этаптарын хирургһыҙ үткәреү мөмкинлеген бирә. Был аппарат, Рәсәйҙәге башҡа күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеүҙәре институттарынан айырмалы, иң тәүҙә беҙҙә барлыҡҡа килде.

– Пациенттарға медицина ярҙамы бушлай күрһәтеләме?

– Барлыҡ медицина ярҙамынан бушлай тиерлек файҙаланырға мөмкин. Стационарҙа дауаланыусылар аҡса түләмәй. Әйткәндәй, беҙ йылына бихисап әмәлиәт яһайбыҙ. Ковид ваҡы­тында был һан кәмене, әлбиттә, ә пандемия осорона тиклем йылына 40 мең процедура эшләнде. Пациенттар ста­цио­нар­ҙа атҡарылған әмәлиәт өсөн түләмәй, аҡса Мотлаҡ медицина стра­ховкаһы фонды аша күсә. Фондҡа пациенттарға дауаланыу мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт.

Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аша килергә теләмәгән пациенттар түләүле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Был ойошма айырым операция төрҙәре буйынса түләмәй, мәҫәлән, күрәшлекте лазер ярҙамында коррекциялау. Шулай итеп, түләүле хеҙмәттәр – ул Фонд ҡапламаған йәки ошо ойошма аша беҙгә килергә теләмәгән пациенттар өсөн.

– Күҙ – ул күңел көҙгөһө, ме­йенең тышҡа күренеп торған өлө­шө, ти табиптар. Ә ниндә­йерәк сирҙәр менән институтҡа йыш мөрәжәғәт итәләр?

– Улар, нигеҙҙә, социаль сирҙәр, мә­ҫә­лән, катаракта, глаукома. Хәҙер тағы шәкәр диабетынан һуң өҙлөгөүҙәр менән беҙгә килеүселәр күп. Был сир, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, күҙҙә бик ауыр эҙем­тәләр ҡалдыра. Уны ваҡытында дауала­ма­һаң, күҙҙең һуҡырайыуына килтерә, шу­ға күрә гәзит уҡыусыларға “һаулыҡҡа ҡарата бик иғтибарлы булығыҙ” тип әйт­ке килә. Тағы күҙҙе үҙҙәре өйҙә тик­шергәндә, һәр береһен айырым йомоп күҙәтеү яһаһындар, сөнки йыш ҡына икенсе күҙенең күрмәүен һиҙмәйҙәр. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле ваҡыт әрәм ителә. Ғөмүмән, күҙгә бәйле ниндәй ҙә проблема бар икән, тиҙ генә офтальмологка мөрәжәғәт итһендәр.

– Пациенттар институтта оҙаҡ дауаланамы?

– Юҡ, нигеҙҙә, бер-ике көн, ҡайһы саҡ – өс-дүрт тәүлек. Операция эшлән­гән көндә үк ҡайтып киткәндәр ҙә бар. Быға әмәлиәттәрҙең юғары сифатлы башҡарылыуы булышлыҡ итә. Нигеҙҙә, барыһы ла пациенттың хәл-торошона бәйле.

– Институт хеҙмәткәрҙәрен борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгелдер, моғайын? Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине...

– Проблемаларға килгәндә, бөгөн күрәшлектән (миопия) халыҡтың күпләп йонсоуы беҙҙе борсоуға һала. “Башҡорт­остан” гәзитен уҡыусыларҙың иғтибарын ошо сиргә йүнәлтке килә.

Өфөләге Киров районындағы бер нисә мәктәптә ниндәй ҙә булһа ауырыу­ҙың таралыуы тураһында тикшереү үткәргәйнек. Хатта беҙҙе, табиптарҙы, шаҡ ҡатырырлыҡ хәлгә тарыныҡ – балаларҙың 50 процентында тиерлек күрәшлек барлығын асыҡла­ныҡ. Өлкән класс уҡыусыларын алһаҡ, уларҙың 65 процентында – ошо диагноз. Йыл һайын I класҡа уҡырға килгән ҡыҙ һәм малайҙарҙа өлкән кластарға еткәнгә ҡәҙәр күрәшлектең артыуын күҙәтәбеҙ.

Был, нигеҙҙә, күҙгә күп көс төшөүгә бәйле: быға телевидение, телефон, планшет, компьютер ҙур йоғонто яһай. Хәҙер хатта иң бәләкәстәр ҙә телефондан файҙалана белә, ә кескәй кешенең күҙе быға өйрәнмәгән, ул үҫешеп өлгөрмәй, кире эҙемтәләргә килтерә. Һөҙөмтәлә балаларҙа күрәшлек күпләп теркәлә.

Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға мәктәптә лә гаджет тотторалар, өйҙә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Күҙ сәләмәтлеген ҡаҡ­шатҡан сәбәптәрҙең тағы береһе – балаларҙың саф һауала аҙ йөрөүе. Ә был бик кәрәк, көн һайын ике сәғәт ти­рә­һе урамда, тәбиғәт ҡоса­ғында булыуҙың һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итеүе фән тарафынан раҫланған.

Күрәшлектең юғары кимәлдә булыуы ауыр сирҙәргә килтерә – бына ошо хәүеф уятырға тейеш. Беҙ кемделер ҡурҡы­тырға уйламайбыҙ, патологик күрәш­лектең хәүефле икәнлеге тура­һында оноторға ярамай, тип иҫкәртәбеҙ, сөнки ул йыш ҡына күҙҙең күреүен насарайта һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта һуҡырлыҡҡа килтерә. Был иһә ба­ланың үҙенең генә түгел, тотош һаулыҡ һаҡлау өлкәһен, хатта дәүләтте борсо­ған мәсьәләгә әүерелә, шуға күрә ата-әсәләр балаларының сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Йыш ҡына беҙ, табиптар, балаларҙың күҙен тикше­рәбеҙ, күҙлек кейергә, дауаланырға тәҡ­дим итәбеҙ. Ата-әсәләр, ғәҙәттә: “Күҙлек яҙҙылар бит”, – тип тыныслана һәм күрһәтмәләрҙе үтәмәй. Һөҙөмтәлә күҙ ваҡытында дауаланмай, ә был – етди проблема.  

– Импортты алмаштырыу йәһәтенән институтта ниндәй эштәр атҡарыла?

– Институт һәр саҡ дауалау, уйлап сығарыу менән генә сикләнмәй, шулай уҡ сит ил аналогтарын алмаштырған дарыу препараттарын әҙерләү менән дә мәшғүл. Әле лә уларҙы етештерәбеҙ, һатыуға сығарабыҙ. Был – институттың килем сығанаҡтарының береһе. Ҙур күләмдә түгел, әлбиттә, сөнки беҙ фармацевтика фирмаһы түгелбеҙ.

 – Кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса институтта хәлдәр нисек?

– Был йәһәттән беҙҙә бер ниндәй ҙә проблема юҡ. 35 йәшкә тиклемге бел­гестәр институтҡа күпләп килә. Улар күҙҙе дауалау серҙәрен өйрәнә, асыҡ­лай, әмәлиәттәр эшләй, фән менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, беҙ – Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттар, ординаторҙар әҙерләү үҙәге лә, шуға йәштәр поликлиника, стационар, лазер, хирургия йәки башҡа бүлек­сәләрҙең барыһында ла булып, тәжрибә туплай, өйрәнә.

– Илебеҙҙең барлыҡ тармаҡ­та­рына ла кире тәьҫир иткән пандемия, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең өлкәне лә урап үтмәгән...

– Эйе, пандемия кире йоғонто яһамай ҡал­маны. Беҙ 2019 йылда, коронавирус инфек­цияһына тиклем, балаларҙы ниндәй күҙ ауырыуҙары барлығын асыҡлау маҡса­тында тикшер­гәйнек. 2020-2021 йылдарҙа быны билдәле сәбәптәр арҡаһында атҡара алманыҡ, быйыл иһә тағы тикшереүҙәр үткәрҙек. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙарҙың һәм ма­лайҙарҙың пандемия осоронда гад­жеттарҙы күп файҙаланыуы,  ара­уыҡта белем алыуы  күҙҙәренә кире йоғонто яһауын асыҡланыҡ.

– Ҡыҙҙарығыҙ ҙа, һеҙҙең кеүек, офтальмолог һөнәрен һайлаған.

– Эйе, ике ҡыҙым да медицинаның офтальмология тармағын һайланы. Өлкәне Гүзәл – медицина фәндәре докторы, профессор. Ул Япониялағы Чиба университетында эшләй. Ваҡытында был ил Хөкүмәте иғлан иткән грантты яула­ғайны, докторлыҡ диссерта­цияһы­ның темаһы көнүҙәк булғас, университетта эшкә ҡалдырҙылар. Ул япон, инглиз, француз телдәрен бик яҡшы белә. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә сит телдәрҙе өйрәнә.

Икенсе ҡыҙым Гөлли Өфө күҙ ауырыу­ҙары ғилми-тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул – медицина фәндәре кандидаты.

– Ике быуын вәкилдәренең, йәғни һеҙҙең һәм ҡыҙҙарығыҙҙың офтальмолог булып эшләүе – ҡыуаныслы күренеш. Әйткәндәй, медицина тармағында белгестәр байтаҡ. Ә һеҙ тап офтальмолог булырға ҡарар иткәнһегеҙ һәм, күренеүенсә, һис хаталан­ма­ған­һы­ғыҙ. Яратҡан һөнәрегеҙ буйынса эшләйһегеҙ, өҫтәүенә, ба­ла­ларығыҙ ҙа ошо юлды дауам итә...

– IX класта белем алғанда психолог Владимир Левиҙың мейе эшмәкәрлеге тураһындағы уй-фекерҙәрен уҡығайным һәм киләсәктә ошо ағзаны ентекләберәк өйрәнергә, психиатр булырға, тигән уй-теләк барлыҡҡа килгәйне. Медицина институтында уҡыған ваҡытта иһә Сания Исхаҡ ҡыҙы Сюняева офталь­мо­логияға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡы­тыусым медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының элекке директоры Марат Тәлғәт улы Аҙна­баевҡа ла рәхмәтем ҙур. Бына тигән уҡыу­сыларым да бар. Мәҫәлән, медицина фәндәре докторы, 1-се бүлексә етәксеһе Илнур Хөснөтдинов – тәжри­бәле хирург. Йәштәр Альбина Фәхрет­динова, Азалия Түләкова, Эллина Яҡупова, Ләйсән Ғилемйәнова ла медицинала ҙур ҡаҙаныштар яулар тигән өмөт ҙур.

Дөйөм алғанда, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, алға бара. Ә был – иң мөһиме.

– Ентекле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Мөхәррәм Мөхтәрәм улы! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм һаулыҡ теләйем.

Мөхәррәм Мөхтәрәм улы БИКБОВ – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фән­дәре докторы, про­фессор, Башҡорт­остан Фән­дәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Рәсәй Офтальмологтар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, Баш­ҡорт­остан Фән­дәр акаде­­мия­һы президиумы ағзаһы. Баш­ҡорт­ дәүләт медицина институ­тын “дауалау эше” бел­геслеге буйынса та­мам­лаған. 1981 – 1985 йыл­дар­ҙа Кү­мертау ҡа­лаһы дауа­хана­һында башта – табип-ординатор, артабан күҙ бүлексәһе мө­дире булып эш­ләгән. 1985 йылда Өфө күҙ ауы­рыуҙары ғилми-тикшеренеү институ­тын­да балалар күҙен тер­геҙеү бүлеге етәксеһе ва­зифаһын атҡара. 1998 йылдан ошо уҡ институт директо­рының иҡти­сад һәм ғилми-етештереү эше буйынса урынбаҫары була. 2006 йылдың ғинуарынан – Өфө күҙ ауырыу­ҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Айһылыу НИЗАМОВА

Тулы статья: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-11-22/ild-ge-d-rt-institutty-bere-e-be-3041109