Күсмә дауалау

Дата:02.10.2018
Раздел:Новости
Источник:bash.news

Бөгөн Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре Ишембай районында йәшәүселәргә бушлай консультация ойошторҙо. Ҡабул итеү барышында алтмышҡа яҡын кеше баш ҡалала күҙҙәренә операция яһатырға йүнәлтмә алды. Халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән акция хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Ике йыл элек Рәхимә Вәлитованың күреү һәләте ҡапыл насарая. Күҙ яҫмығы тоноҡлана, диагноз аяуһыҙ - катаракта. Хәйер, ваҡытында табипҡа бара. Быйыл йәй ҡатындың һул күҙенә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында операция яһайҙар. Әмәлиәт уңышлы үтә.

Рәхимә Сабир ҡыҙы икенсе күҙен дә һауыҡтырырға теләй.

Бәхетенә, әмәлиәт өсөн йүнәлтмә алырға Ишембайҙан Өфөгә йөрөргә кәрәкмәй. Баш ҡала табиптары район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында ҡабул итеүҙе даими ойоштора.

(ц:Рәхимә Вәлитова, Ишембай районында йәшәүсе: “Әйтәбеҙ 40 йәштән һуң катаракта башлана. Күҙ яҫмағы тоноҡлана башлай. Кемдең иртәрәк, кемдең һуңыраҡ. Етмеш йәш тулғас операция барҙым. Хәҙер икенсе күҙемә операция эшләтергә ноябрға яҙылам. Ике күҙемдә лә 100 процентлыҡ күреү һәләте булыуын теләйем”.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре быйыл ун бишенсе тапҡыр Ишембай районы халҡына бушлай консультация ойоштора. Был хаҡта төпкөл ауылдарға ла хәбәр ителә. Медицина фәндәре кандидаттары, докторҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә булыу - поликлиника табиптары өсөн дә оло мәртәбә.

Өфө табиптарына күренергә теләүселәр күп. Ишембайҙа йәшәүселәр таңғы сәғәт алтыла уҡ поликлиника алдында сират алған. Барлығы ике йөҙҙән ашыу кеше белгес кәңәшен алырға теләй.

"Иң мөһиме бер кем дә консультацияһыҙ тороп ҡалмаясаҡ. Һуңғы пациент ҡабул ителмәйенсә - баш ҡалаға юлланмайбыҙ,"- ти медицина фәндәре докторы Гүзәл Зәйнетдинова. Диагностика үтергә башлыса оло йәштәгеләр яҙылған.

Йыл башынан Ишембайҙа ғына 1200 кешегә консультация үткәрҙеләр. Уларҙың 400-ән ашыуына операцияға йүнәлтмә бирелде. Күбеһе катарактанан яфалана.
Гүзәл Зәйнетдинова, Медицина фәндәре докторы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре
Ауылда йәшәүселәргә был бик уңайлы. Өфөгә йөрөргә кәрәкмәй. Диагноз урында уҡ ҡуйыла. кәрәкле йүнәлтмәләр ҡулдарына бирәбеҙ.
Дилә Арыҫланова, Ишембай районы үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире
Ишембайҙан Зәкиә Хужахмәтова ун дүрт йәштән күҙлек кейгән, Өфөлә операция яһатҡандан һуң күҙҙәре яҡшырыуын билдәләй. Бөгөн ул баш ҡаланан килгән белгестәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә килгән.

Зәкиә Хужахмәтова, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе: “54 йыл буйы күҙлек кейҙем. Миңә әле 68 йәш. Операциянан һуң яҡшы күрә башланым. Институт белгестәренә ҙур рәхмәт. Ауырымаһындар”.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеннеү институты белгестәре Ишембайҙан тыш, республиканың башҡа район-ҡалаларында йәшәүселәргә лә офтальмологик тикшеренеүҙәр ойоштора. Табиптар йыл башынан ғына ун меңдән ашыу кеше ҡабул иткән. Шулай уҡ институттың күсмә бригадаһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары дауаханаларында пациенттарға хирургик ярҙам да күрһәткән.


Автор: Гөлназ Хәйбуллина